logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
Бакалинская межпоселенческая
централизованная библиотечная система
header img

Новинки на башкирском языке

Земфира Муллагалиева “Офоҡ аша”

Шиғырҙар, поэмалар, иҫтәлектәр йыйынтығы.Үҙ һүҙен үҙенсә генә әйтеп бирә белгән әҙибәнең ижадында тыуған еренә тоғролоҡ, ата-әсәһенә, милләтенә, уның күренекле шәхестәренә тәрән хөрмәт сағыла.
Ҡайнар мөхәббәт, һағыныу-юҡһыныу хистәре менән һуғарылған әҫәрҙәре автобиографик деталдәр, бала саҡ хәтирәләре менән тағы ла байытыла.

Таңһылыу Ҡарамышева “Киреп асам тарих шаршауын”

Был китапҡа Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, танылған шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваның өр-яңы шиғри шәлкемдәре һәм яңы поэмаһы индерелде.

 

Фирүзә Абдуллина “Әсәйем һабаҡтары”

Халыҡтың яратҡан шағирәһе, интернет селтәрендә ҙур популярлыҡ яулаусы Фирүзә Абдуллинаның “Әсәйем һабаҡтары” тип аталған китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡҡа авторҙың ауыҙ-тел ижадына таянып, ябай, халыҡсан телдә яҙылған шиғырҙары тупланған.

Хисамова Миңлегөл “Яҙмышым усағы”

Билдәлә шағирә Миңлегөл Хисамованың китабына өр-яңы шиғырҙары һәм поэмалары индерелгән. Авторҙың поэмаһында ябай ауыл хеҙмәтсәндәренең һуғыштан һуңғы ауырлыктарҙы еңеп сығыу өсөн көрәше һүрәтләнһә, шиғырҙарында мөхәббәт, әхлаҡи сафлыҡ, намыҫ, мәрхәмәтлек темаһы сағылыш тапҡан.

Лилиә Ҡаһарманова  “Күңелеңдә ҡояш булһа”

Лилиә Ҡаһарманованың тәүге китабында  йыш осраған темалар һәм күтәрелгән  проблемалар кешенең күңел кисерештәре, мөхәббәт һәм тәбиғәт менән бәйле.