logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
Бакалинская межпоселенческая
централизованная библиотечная система
header img

Новинки недели!

Хисмәт Юлдашев заманыбыҙҙың аяуһыҙ үҙгәрештәрен тойоп ижад иткән шағир. Уның дала буранлы тынғыһыҙ йыры – тыуған яғы, туған халҡы, туған теле. Милли ғәм менән һуғарылған шиғырҙарында үҙен ирекле тойған ир-азамат холҡо ярылып ята.

Гульсира Гайсарова –Гиззатуллина “Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ” тип аталған был баҫма ысын мәғәнәһендә һеҙҙең яратҡан китаптар исемлегендә буласаҡ. Яҙыусының әҫәрҙәре кешеләргә, донъяға, Тыуған илгә, һәр бер йән эйәһенә, тәбиғәткә яҡты һөйөү һәм мәрхәмәт менән һуғарылған. Был тойғолар ниндәйҙер тылсым менән уҡыусыларға ла күсә, ҡыуандыра ла, илата ла. Тик хатта был күҙ йәштәре лә әсендергес түгел, сафландыра һәм шифа бирә.

Сабит Рашит Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендә билдәле шағир һәм прозаик Рәшит Сабиттың “Һүнгән йондоҙ яҡтыһы” исемле 16 йәштән өлкән китап уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡҡа “Донъя үҙе аҡ бит ул…”, “Ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ ҡаҙ ҡысҡыра”, “Ыласындар бейек оса”, “Батырҙар ҡайҙа тыуа?” һәм баҫмаға исем биргән повестары тупланды.

Казакбаева Зульфира Ҡәләм оҫтаһының “Икебеҙ өсөн дә яраттым” исемле баҫмаһына “Яҙҙан көҙгә тиклем” исемле повесы һәм хикәйәләре индерелде.

Сафин Факил  “Ҡәрҙәшлек кәштәһе”, серияһында Татарстан Республикаһының Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир һәм прозаик Факил Сафиндың “Сер” исемле йыйынтығы баҫылып сыҡты. Унда яҙыусының шиғырҙары, сонеттары, балладалары һәм поэмалары тупланды.