logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
Бакалинская межпоселенческая
централизованная библиотечная система
header img

НОВИНКИ НА БАШКИРСКОМ ЯЗЫКЕ

Мәүлит Кәримовтың ижадында фәлсәфәүи лириканы, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған юлдарҙы, социаль йүнәлешле шиғырҙарҙы, мөхәббәт лирикаһын, сатираны күрергә мөмкин. Яҙыусының донъяға ҡарашы асыҡ, фекерҙәре яҡты, хис-тойғолары ихлас.

Дауыт Амангилдин үҙенең ижадында кешеләрҙең бер-береһенә, эшенә, Ер-әсәгә, илгә, тормошта тотҡан урынына ҡарашын яҡтыртып бирә. Шиғырҙарында гражданлыҡ позицияһы, халыҡтың рухи байлығын, телен һаҡлап ҡалыу мәсьәләләре ярылып ята.

Сулпан Миңлебаеваның әҫәрҙәрендә халыҡсан рух бик көслө. Әҙәм балаһының ерҙәге тәғәйенләнеше, йәшәүҙең маҡсаты, яҙмыш тураһында тәрән уйланыуҙарға ҡоролған шиғырҙар өҫтөнлөк итә. Шиғриәт һөйөүселәр саф милли колорит менән һуғарылған әҫәрҙәрҙе уҡып, үҙҙәренә онотолмаҫлыҡ күңел зауығы аласаҡ.

Бынан һигеҙ быуат элек йәшәгән боронғо ҡәрҙәшебеҙ Ҡол Ғәлиҙең төрки халыҡтары араһында “Йософ китабы” исемендә таралған киң билдәле әҫәренең тулы варианты бөгөнгө башҡорт телендә нәшер ителде.

“Һүҙ ҡөҙрәте”. Зәки Әлибаев.

Был йыйынтыҡҡа авторҙың һуңғы йылдарҙа ижад иткән әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре тупланды. Бигерәк тә башҡорт шиғриәтенең үҫеш тенденцияларын күҙаллаған ғилми ҡараш өҫтөнлөк итә.

Был йыйынтыҡта Мансур Һиҙиәтовтың “Ҡышҡы күкрәү“, Риф Йөҙлөкбаевтың “Ләйсән“, Радик Әхмәтовтың “Миллионер Әҙеһәм” исемле повестары тупланды.

Күренекле шағир, әҙәби тәнҡитсе Фәнил Күзбәковтың “Һайланма әҫәрҙәр”е – магазин кәштәһендә. Йыйынтыҡҡа  авторҙың “Алҡынып аға һыуҙар”, “Өмөт шәмдәлдәре”, “Һағыш”, “Йәшәйеш ҡанундары”, “Ҡаялағы ҡурай” исемле китаптарынан әҫәрҙәре, киң билдәле һәм өр-яңы шиғырҙары, дастандары, тәржемәләре индерелде.